Стәрлетамаҡта педагог булырға йыйынған студенттар ошондай һорау биргән. Һеҙгә, ауылға эшкә килһәк, нисек итеп ҡаршы алаһығыҙ, йәшәү шарттары ҡалай була, балалар тәртиплеме?
Район хакимиәтенән бер төркөм делегация йәштәрҙе күндереү менән мәшғүл булған - ҡайтығыҙ, егет-ҡыҙҙар (күбеһе ҡыҙҙар инде, ир-ат мәктәп яғына бик ҡарап бармай, Себер тарафтарында күҙҙәре), мәктәптәр бынамын тигән, балалар - сәскәләр, шулай тип ҡоҙалағандар.
Ҡайтырҙармы-юҡмы, ваҡыт күрһәтер, шулай ҙа, йөрәкте усҡа ҡыҫып, көтәбеҙ - беҙгә йәштәр кәрәк.