Кисә генә таймаҫтар данлыҡлы кешеләрен иҫкә алды, моңһоуыраҡ көн булды, әлбиттә. Ә бөгөн - Сығарылыш кисәһе. Йәштәребеҙҙең киң донъяға аяҡ баҫҡан көнө! Шатлыҡ, тулҡынланыу, хатта күҙ йәштәре лә бар. Китсәле, кисә генә улар ағай ҙа апай тип бәләкәс кенә булып, йүгереп йөрөйҙәр ине лә баһа.
Тормошоғоҙҙоң йоп мәлдәре, уңыштар күберәк булһын, балалар.
Сығарылыш кисәләре тураһында тулыраҡ киләһе һанда яҙыла.