Аңлашыу

Йәштәр аҡыллы беҙҙең.

АңлашыуАңлашыу
Аңлашыу
Маҡсатлы. Юғиһә, йәмғиәттә башҡараҡ ҡараш та йәшәй, имеш, йәштәрҙең бар белгәне уйын-көлкө, телефон, һыра һәм ҡыҙҙар (егеттәр өсөн). 
Артемға 24 кенә йәш икән. Уныһын аҙаҡ, һөйләшеү бөткәс кенә, әйтте. Юҡһа, беҙ уға кәмендә 35 йәш бирергә ултыра инек. Төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап түгел, зиһененә ҡарап. 
Күмертауҙың ниндәй бәләләре бар, шулар тураһында һөйләштек. Артем Ананьев ҡала Советы депутаты, әйткәндәй. Юлдар, стадион, ТЭЦ, хакимиәт командаһы, эшҡыуарлыҡ, закон боҙоуҙар, ил системаһы - егетебеҙ темаларҙа тәрән йөҙә. Критик фекер йөрөтөү - ошо яғы оҡшаны. Әңгәмә бик оҙаҡҡа һуҙылды, әммә ваҡытты әрәм итмәне. 
Һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалдыҡ кеүек, егет үҙенең дәрте менән бүлешеп киткәндәй булды. Беҙҙән һорауына яуап көттө. Уны ҡысҡырып әйтмәнек. Ә Артем Сергеевич барыбер аңланы. Йәштәр аҡыллы беҙҙең. 
Автор:
Читайте нас