

Таныштырҙы тигәс тә, Һеҙ мине беләһегеҙ, тине. Һай, үткән ғүмер, беләбеҙ икән, ысынлап та, тик Илнара бәләкәй генә баланан хәҙер ҙур матур ҡыҙға әйләнгән, күҙҙәр теймәһен.
Тап ул - Илнара Марат ҡыҙы килеп алды беҙҙең бүләкте. Альбина Яҡупова - Илнараның апаһы - Нурзилә Хәйбуллинаны иң тәү булып таныған кеше ине, ул үҙе Өфөлә, шуға, бына, һылыуы килгән. Табиплыҡҡа уҡып йөрөйөм тине үҙе тураһында Илнара.
- Үтә ҡартайып, ауырып китһәк, беҙҙе матур итеп дауаларһың, йәме?
- Ярар.