

16-19 майҙа Таулы Алтай ҡалаһында үткәрелгән төрки телдәр, фольклор һәм әҙәбиәт буйынса олимпиадаһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Беҙҙең команда алты кешенән торҙо. Юл алыҫ булды: утыҙ ике сәғәт поезда Новосибирск ҡалаһына тиклем, артабан һигеҙ сәғәт автобуста Таулы Алтайға барҙыҡ. Барып еткәс беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар, ҡатнашыусыларҙы Таулы Алтай Дәүләт университетынең ятағына урынлаштырҙылар.
Олимпиадала ҡатнашыусылар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән булды: Башҡортостан, Хакасия, Тыва, Якутия һәм Алтай республикаһынан. Барып еткәс төрки әҙәбиәт, руна яҙмалары буйынса стажировка үттек. Олимпиада ике көн барҙы...
Розалина СӨЛӘЙМӘНОВА.
Розалинаның Алтай яҡтарында нимә күргән-кисергәне хаҡында яҙғаны гәзиттә тулы килеш баҫылды.