Супер һөҙөмтә!

- Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлекте сентябрь айынан башланым.

Супер һөҙөмтә!Супер һөҙөмтә!
Супер һөҙөмтә!

Мин уға Рәсилә Әлимғол ҡыҙы менән әҙерләнәсәгемде алдан уҡ белә инем, сөнки ул бик көслө уҡытыусы. Уның ҡулында әҙерлек өсөн бөтә материалдар, әсбаптар, китаптар булды. Ул беҙгә шөғөлләнеү өсөн бирә ине. Мин бөтөнләй интернет курстары менән әҙерләнмәнем, сөнки былай ҙа юғары баллға тапшырасағыма ышана инем.
Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡайтыу менән Рәсилә Әлимғол ҡыҙына барып, имтиханда эләккән күнегеүҙәрҙе, хаталарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Мин барыһын да дөрөҫ эшләгәнем асыҡланды. 100 баллға өмөтләндем, тик барыбер билдәһеҙлектән ҡурҡа инем...

Шулай уҡ уңышлы имтихан биреүсе уҡыусыларымды билдәләп үткем килә. Алһыу Ҡужакова - 86 балл, Максим Шальнев - 88 балл, Имангөл Исҡужина - 84 балл, Наҙгөл Түләкова - 80 балл, Мәликә Ғимранова - 75 балл, Зәриф Игебаев 69 балл йыйҙылар. 11-се класс өсөн химия буйынса уртаса балл 82,7 ине.

Әдилә Калҡаманованың шатлығы тураһында тулыраҡ гәзиттә бирелде.

 

Автор:
Читайте нас