РПЛИла булған сығарылыш кисәһендә, ҡулына өлгөрлгәнлек аттестаты алғанда, бер егет шулай тине.
- Өсөһөндә лә йәнем үҙенә урын тапманы, бында килгәйнем, аңланым: тап кәрәк ер ошо икән.
Мәктәпкә, уҡытыусыға ошонан да ҙурыраҡ баһа уйлап табып буламы?
Лицей директоры Венер Сабанчиндың ҡыуанысы эсенә һыймай:
- Беҙҙең уҡыу йорто ҡалала иң шәбе килеп сыҡты, 9 балабыҙ мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, бындай күрһәткес башҡа бер ҡайҙа ла юҡ.
Аҡ юл һеҙгә, балалар тип әйтеү генә аҙ бындай шәп уҡыусыларға, әлегеләй маҡталған һымаҡ артабанғы өлкән тормошоғоҙҙа ла гел маҡталып йәшәргә яҙһын.