+21 °С
Болотло


Илдар хәҙрәттең ҡыҙы Элинаны, әгәр ҙә ул сығарылыш кисәһендә ҡатнаша икәнен белмәһәң, матурлыҡ конкурсында ҡатнашырға килгәндер тип уйлауың ихтимал ине.
Абдул ауылы имам-хатибы Илдар Усманов өс бала атаһы, бына, иң өлкәндәре ҙур тормошҡа аяҡ баҫып тора.
- Үҙең кеүек тормошоң да матур, тыныс, иманлы булһын, - тип теләнек, - атай-әсәйең гел һинең менән ғорурланып ҡына йәшәр булһындар.