

Ауыл башлыҡтары, тормош иптәштәре менән килгәндәр. Сабыйҙары (ата-әсә өсөн бала гел сабый булып ҡала) бөгөн 11-ҙе бөтә. Бөтә генәме, һәр бер ҡыҙҙа алтын миҙал!
Мораптал, Керәүле, Илкәнәй ауылы башлыҡтары, яндарында хәләлдәре, әйтеүебеҙсә, үҙҙәре лә йәшлектәренә кире әйләнгән дә ҡайтҡан, шатлыҡ хистәре (ана, ниндәй ҡыҙ үҫтерҙеләр) кешене шулай йәшәртә лә икән.
Валерия, Алина, Гөлнәзирә! Атай-әсәйҙәрегеҙҙе гел әлегеләй йәшәртеп кенә йәшәргә яҙһын һеҙгә, йәме.