Беҙҙе лә бәхетле ит

Уға ошо көндәрҙә 13 йәш тула.

Беҙҙе лә бәхетле итБеҙҙе лә бәхетле ит
Беҙҙе лә бәхетле ит
Йәше бәләкәй һымаҡ булһа ла, беҙ уға ихтирам менән: Азат Авзал улы тип өндәшәбеҙ. Бик отҡор, зиһенле егет ул. Тырыш. Ҡалала йәшәһә лә, ауылға йәбешеп ята, ғәжәп хәл: башҡа тиҫтерҙәре өйҙән дә сыҡмай, смартфонға текәлеп ултыра, ә Азат Хөсәйенов ауылда мәңге бөтмәҫ эштәрҙән айырыла алмай. Белмәгән һөнәре юҡ уның, баҡса ла ултырта, сепейен дә тәрбиәләй, һөтөн да һауа. 
- Мин ауылһыҙ йәшәй алмайым, тик юлдарҙы ғына рәтләһендәр ине, юғиһә, йөрөрлөк түгел...
Тыуған көнөң менән, Азат Авзал улы, бәхетле булып, беҙҙе лә бәхетле ит: һинең һымаҡ егеттәребеҙ бар икән, беҙҙең хәлдәр үтә мөшкөл түгел, тимәк. 
Материал киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас