Күрмәй китте

Радий Хәбиров Азатты тыңлаһа икән. 

Күрмәй киттеКүрмәй китте
Күрмәй китте

Ауылды шул тиклем яратҡан кеше булыр икән.

Азат Хөсәйеновҡа ни бары 13 йәш кенә тулды, үҙе ҡала балаһы, әммә йәне ауылға ынтыла ла тора. Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылына. Әле лә шунда. Баҡса үҫтерә, бал ҡорттарын ҡарай, кәзә һауа. Күмертауға баҙарға йөрөй. 
Теге аҙнала районға Радий Хәбиров килде. Беҙ, егеттән уның хәлдәрен һорашҡанда, Азат былай тине:
Яңы Муса ауылынан Таймаҫҡа тиклем күп ара ла түгел, шул юлыбыҙ ныҡ насар. Яҙлы-көҙлө ул юлдан йөрөрлөк түгел, кәлиә барлыҡҡа килә, машиналар бата. Юлдағы ҙур таштар машинаның тәҙрәләрен ҡыра, тәгәрмәстәрҙе тишә. Өләсәйем менән, баҙарға йөрөп, кәзә һөтөн, ҡымыҙын, ҡаймаҡ һатһаҡ, шул аҡса тәгәрмәс эшләтеүгә, машинаға запчасть алырға китә. 
Баланы иң аптыратҡаны ошо - ауылға илткән юлдарҙың насар хәле. 
Йәл, Р. Хәбиров был егетте күрмәй китте, бала алдай, ярамһаҡлана, ике йөҙләнә белмәй, нисек бар, шуны әйтә, республика башлығы, Азатты ишетһә, бәлки, юлдарға ла иғтибар итер ине. 
Автор:
Читайте нас