

Быйыл "Аҫылташ" йәштәр мәғариф башҡорт мәҙәниәт форумы 3 августан 6-һына тиклем Йылайыр районында “Дуҫлыҡ” балалар сәләмәтләндереү лагерында үтте. Форумда Башҡортостандан ғына түгел, ә Силәбе, Мәскәү, Ырымбур, Санкт-Петербургтан да дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәр йыйылыуы ҡыуандырҙы. Улар араһында Өфөлә уҡып йөрөүсе Яҡшымбәт ҡыҙы Камила Бикамева ла булды. Ул быйыл өсөнсө тапҡыр ҡатнаша форумда. Тырыш ҡыҙ сарала мәҙәниәт һәм мәғариф йүнәлештәре буйынса ойоштороусы була.
- Йыл һайын “Аҫылташ” форумы Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында үткәрелә килде. Быйыл гранд ала алмағас, беҙ үҙ көсөбөҙ менән үткәрҙек. Йәштәр сараһы өсөн спонсор ярҙамы күрһәтеүселәр ҙә табылды. Быйыл башҡа йылдарға ҡарағанда йәштәр аҙыраҡ булды, шуға ҡарамаҫтан уларҙың әүҙем булыуҙары ҡыуандырҙы. Уларҙың барыһына ла форум ныҡ оҡшаған, һаман булһа рәхмәттәр яҙалар һәм үҙ-ара аралашып торалар.
Быйыл мәғариф буйынса өс йүнәлеш буйынса уҡыттыҡ, эксперттар үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт мәҙәниәтен нисек үҫтерергә, дөрөҫ контент эшләү кеүек мөһим һорауҙар ҡаралды. Саҡырған спикерҙарыбыҙ эшҡыуарҙар ине, улар ҙа үҙҙәренең йүнәлештәре буйынса тәжрибәләре менән бүлеште. Бигерәген дә эшҡыуарсы Денис Өмөтбаевтың сығышы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры актеры Шәһит Хамматовтың үҙеңде нисек итеп тотоу, матур итеп аралашыу кеүек масстер класстары барыһына ла оҡшаны. Иң мөһиме йәштәр үҙҙәре ҡыҙыҡһынған һорауҙарға яуаптар алып ҡыуанды.
Быйылғы форумдың төп темаһы “Ырыуҙар” булды. “Тарихи мөхит” тапшырыуы алып барыусыһы, тарихсы Салауат Хәмиҙуллинды ла саҡырҙыҡ. Ул ырыуҙар тураһында, уларҙың килеп сығыуы хаҡында күп мәғлүмәттәр һөйләне. Шулай уҡ ошо темаға бәйле сыҡҡан үҙенең китаптарын һәр ҡатнашыусыға бүләк итте.
Кистәрен йәштәр өсөн төрлө квестар үтеп торҙо, батырҙар ярышы ла үҙенсәлекле булды, дискотека, концерттар бик күңелле үтте. Йәштәрҙең яратҡан Аҡьегет Вәлитов, Арыҫлан Тимеров, Айгиз Ишмурҙин, Ғәзиз Мөхәмәтов йырсылары һәм “Бишбармаҡ” төркөмө үҙҙәренең шәп сығыштары, күңелле йырҙары менән барыһын да дәртләндерҙе. Йәштәр рәхәтләнеп бейенеләр, улар күңел асҡан урында хатта туҙан туҙып торҙо.
Форумдың төп маҡсаты – үҫешкә ынтылған маҡсатлы йәштәрҙе бер-ләштереү, уларҙа лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, грант яҡлауға тиклем юлдарын өйрәтеү, берҙәм команда туплау, аралашыу һәм осрашыу майҙансығы булдырыу, халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, арттырыу ине. Йәштәребеҙ бер-береһенең әүҙемлеген күреп, дәртләнеп, үҙҙәре алдына төрлө маҡсаттар ҡуйып үҫеп китерҙәр тип ышанабыҙ.
Форумдан башҡа Өфөлә “Йәш яҡташтар берлеге” лә бар. Унда ла төрлө саралар йыш ҡына үткәрелеп тора. Республикабыҙҙың төрлө яҡтарынан килгән йәштәр әүҙем ҡатнашалар, бергә күңел асабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Мин Көйөргәҙе районы яҡташтары ойошмаһының рәйесе булараҡ, районыбыҙҙың 1 курсҡа уҡырға ингән йәштәрен саҡырам. Беҙҙең берлеккә ҡушылырға теләгегеҙ бар икән, мине интернет селтәрҙәрендә табып, шәхсән яҙығыҙ, - ти Камила Бикмаева.