Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Исемдәре әкиәт батыры менән һылыуыныҡы кеүек.

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!Бәхетле булығыҙ, йәштәр!
Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Азат менән Алһыу. Үҙҙәре лә ҡайһылыр тылсымлы донъянан килгән кеүектәр, шул тиклем матурҙар, уларҙан бар-тирәгә ниндәйҙер сихри нур бөркөлә лә кеүек тойолдо.
Яндарындағы туғандары, ата-әсәләре - барыһының да күҙҙәре тик уларҙа: беҙҙе лә, үҙегеҙҙе лә ҡыуандырып, матур йәшәгеҙ, улым, ҡыҙым тип, өҙөлөп торалар. 
Егет менән ҡыҙҙың ғүмерҙәрендә бер генә була торған тулҡынландырғыс мәлдәре, бәхетле минуттары - уларҙың бөгөн никах туйы. 

Ата-әсәгеҙ тупалдатып яратыр ейән-ейәнсәрҙәргә ғүмер биреп, үҙ йортоғоҙҙо ҡотло итеп, бәрәкәтле, бөгөнгөләй әкиәти донъяғыҙҙа, тирә-йүнгә яҡты нурҙарығыҙҙы таратып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һеҙгә, йәштәр. 
Автор:
Читайте нас