

- Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияға 1 класҡа уҡырға барам. Әсәйем менән атайым матур-матур кейемдәр ҙә алдылар. Белем көнөн түҙемһеҙләнеп көттөм, байрамға шиғыр ҙа ятланым. Мәктәпкә ныҡ барғым килә, минең унда яңы дуҫтарым буласаҡ. Тырышып уҡыясаҡмын һәм үҫкәс табип булырға хыялланам. Кемдәр яҡшы уҡыясаҡ, шуларҙың хыялдары тормошҡа ашасаҡ, тип ишеткәнем бар. Мин дә тырышасаҡмын һәм барыһын да дауалаясаҡмын.
Беренсе сентябрь байрамына арналған барлыҡ материалдар гәзиттең үткән һанында баҫылды.