Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
7 Сентябрь 2023, 11:33

Беренселәр

Улар беҙгә килеп кергәс тә, һоҡланыуҙы йәшереп булманы: бар ине бит беҙҙең дә шундай саҡтар! 

Беренселәр
Беренселәр
"Движение первых" тип аталып, яңы ғына төҙөлгән ойошманың еткәселәре, береһе Көйөргәҙе районынан, Дмитрий Глущенко, икенсеһе Күмертауҙан - Ксения Козюкова. 
Сәғәттән ашыу әңгәмәләштек, йәштәрҙең был ойошмаһы, ғөмүмән, нимәгә кәрәк булды әле? 
- Беҙгә кабинет та биреп ҡуйҙылар.
- Һәйбәт булған. Эш хаҡы ла түләйҙәрме әллә?
- Эйе.
- Кит әле! 
Икеһе лә дәртле, улар күтәрә алмаҫ ауырлыҡ, үрләй алмаҫ тау юҡ.  
- Ҡалала, әгәр мөмкинлегегеҙ булһа, ниндәй проблеманы хәл итер инегеҙ? 
- Юлдарҙы рәтләр инем. Күмертау юлдары ҡот осҡос. Шунан стадионды төҙөтөп бөтөр инем, Совет майҙанын, - Ксения тиҙҙән ҡала башлығы менән осрашырға тейеш, һорауҙарын әҙерләп тә ҡуйған, улары бер ҡосаҡ. 
- Ә районда ниндәй бәлә иң ауыры?
Дмитрий байтаҡ ваҡыт Райпола эшләп киткән, шуғалыр, тәүҙә ошоно әйтте:
- Райпоны тергеҙер инем. Башҡа райондарҙы ул арыу ғына эшләй, беҙҙә, ниңәлер, илке-һалҡы. Спиртзаводты киренән асыр инем. Был завод үҙ тарихында бер тапҡыр ғына ябылған булған, Граждандар һуғышы ваҡытында, ә башҡа мәлдәрҙә, хатта Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла, эшләгән, ә беҙҙең быуын уны шатырлатып япты ла ҡуйҙы...
Әңгәмә киләһе һанда гәзиттә баҫыла. 
Автор:
Читайте нас