

Дмитрий Глущенко:
- Яңы эш башлағас, әлегә быға ҡағылышлы ниндәйҙер план бар, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа Ермолаево ла йәштәр өсөн, уларҙың ялын биҙәү өсөн матур, тейешле ерҙәр юҡ, быныһы көн кеүек асыҡ. Ермолаевола әле йәшәгән йәштәр ял итергә Күмертауға йөрөй, сөнки ҡалала үҙегеҙ беләһегеҙ, кафе, клуб һымаҡ, йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы урындар етәрлек.
Ксения Козюкова:
- Ысынлап та, мин коллегам менән ризалашам. Ермолаево ла ғына түгел, ҡалабыҙҙа ла йәштәр өсөн ял урындары етешмәй. Йәштәрҙе йыйыр, улар менән аралашыу өсөн беҙҙә бер ер ҙә юҡ, мәҫәлән, Өфөлә "ЙәшлекХаус" тигән йәштәр йорто бар, шунда улар барыһы ла йыйылып, аралаша ала. Беҙҙең ҡалала ла ошондай урын булдырғанда шәп булыр ине.
- Йәштәргә ҡағылышлы тағы ниндәй мәсьәләләр бар?
Әңгәмә тулы килеш кисә гәзиттә баҫылды.