Таймаҫ ауылы егете Азат Хөсәйенов РПЛИ-ла уҡый, йәй буйы ауылда, эштән бушамай - уның
башҡармаған эше юҡ. Әле бына ауыл мәшәҡәттәренән аҙ ғына булһа ла арынып торор, уҡырға бирелер тиһәк... Азат урман-яландарҙы ҡыҙыра. Бәшмәктең ҡотороп уңған мәле, нисек түҙеп өйҙә ултырһын?
Уңған кешенең юлы ла гел уңа: Азат машина тултырып бәшмәк йыйған. Беҙгә күрһәтте, тел шартлаттыҡ: тормошта ла гел уңып йәшәргә яҙһын һиңә, Азат.