Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
4 Ноябрь 2023, 12:28

Йондоҙ булып балҡы

Карина ИСҠУЖИНА, Күмертау ҡалаһы: 

Йондоҙ булып балҡы
Йондоҙ булып балҡы

- Был сарала ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Мине “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” фестиваленə əҙерлəгəн Айгөл Ильясоваға рəхмəт. Ул миңə дөрөҫ йырларға, нисек сəхнəлə үҙеңде тоторға барыһына ла өйрəтте. Репетициялар яһап, мине сараға алып барып, йөрөтөп алып ҡайтты. Концертмейстерым Фаил Кəримов булды. Ул баянда уйнаны. Айгөл Исмəғил ҡыҙына һəм Фаиль Фəнил улына ҙур рəхмəт. Был беҙҙең уртаҡ еңеүебеҙ.
Шулай уҡ “Юшатыр” гəзитенə лə рəхмəттəрем сикһеҙ. Минең сығышымды оҡшатып, өҫтəмə бүлəк тапшырғанығыҙға ныҡ шатландым. Был саранан мин ҡанатланып ҡайттым, бүлəктəрем дə оҡшаны..

Фестиваль хаҡында тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас