- Был һөнәрҙе һайлауымда ата-әсәйемдең өлөшө ҙур. Улар икеһе лә хәрби кешеләр. Шуға күрә бала сағым күңелле үтте минең. Минең тыуып үҫкән яҡтарым ҡышын бик күп ҡарлы булһа ла, йылылығы менән айырылып тора. Башҡортостандың көньяҡ төбәгендәге урынлашҡан Күмертау ҡалаһындағы иң яҡшы гимназия-интернатта белем алдым һәм республикабыҙҙың иң яҡшы райондарының береһендә, Күгәрсен районында, олатай, өләсәйемдең ышаныслы ҡанаты аҫтында булдым, - ти Диана үҙе.
- Уҡыусыларыбыҙҙың барыһы ла тормошта үҙ юлдарын табып, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Диананы ла шул уҡыусыларыбыҙ рәтенә индерә алабыҙ. Уның атаһы беҙҙең ҡаланан, ул урыҫ, әсәһе башҡорт ине. Белеүегеҙсә, элек гимназия-интернатыбыҙҙа башланғыс синыф кластары ла булды, мин шунда уҡыттым. Диана беҙгә беренсе кластан килмәне, дөрөҫ иҫләһәм 4-се класҡа ғына килде. Ата-әсәһе хәрби булғас, ул күберәк өләсәләре тәрбиәһендә үҫте, шулай ҙа әсәһе лә йыш ҡына килеп йөрөнө, йыйылыштарҙы, сараларҙы ҡалдырманы. Башланғас кластарҙан һуң, уларҙы Флүзә Шәкүр ҡыҙы ҡанат аҫтына алды, шулай итеп 11-се класҡа тиклем Диана гимназияла белем алды...
Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды.
Фотоларҙа: Диана Данилюктың Күмертауҙа БРГИ-ла уҡыған мәлдәре.