Ул Башҡорт теле көнөнә арналып, Республиканың ата-әсәләр комитеты иғлан иткән, видеоклиптар конкурсында 1 урын яуланы. Афарин!
- Асман улым менән "Минең тыуған яғым" номинацияһына Кинйә Абыҙ ауылы, Кинйә мәмерйәһе, Кинйә Арыҫланов, ауылдың геройҙары хаҡында видеоролик эшләнек һәм еңеп сыҡтыҡ! Еңеүсе булараҡ беҙҙе баш ҡалабыҙға саҡырҙылар. Бүләккә селфи эшләй торған "таяҡ" бирҙеләр: видеоғыҙҙы төшөрөгәндә тулҡынланып ҡулдарығыҙ дерелдәп тормаһын тип...
Асмандың еңеүе хаҡында тулыраҡ гәзиттә баҫылды.