Йәштәр - беҙҙең киләсәк
13 Февраль 2024, 04:21

Батырҙар һәм матурҙар

Һеҙҙе 29 февралдә "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында көтә. 

Батырҙар һәм матурҙарБатырҙар һәм матурҙар
Батырҙар һәм матурҙар

Нисәмә йылдарҙан килгән матур йоланы - «Һылыуҡай» һәм «Көйөргәҙе батыры» конкурсы быйыл да була. Бәйге тәүҙә 16 февралдә була тигәйнеләр, конкурсанттарҙы табыуы ауырыраҡ булдымы, башҡа сәбәбе килеп сыҡтымы, уны 29-на күсерҙеләр. Әлегә билдәле булыуынса, был бәйгелә Дилмөхәмәтов Урал, Манғотова Алһыу, Искәндәрова Руфина, Дәминева Зүлиә ҡатнашасаҡ. Бер егет һәм өс ҡыҙ янына, моғайын, тағы ла кемдер ҡушылыр - беҙҙә матур һәм батырҙар күп тә ул. Артығын әйтеп тормайбыҙ, барыһына ла уңыштар теләйбеҙ. 

Автор:
Читайте нас