Кисә Бөрйән яҡтарынан Күмертау уҡсылары шәп сығыш яһаған, Ярышев Морат беренсе урынды алған тигән яңылыҡты белдереү менән, Илинаның әсәһе беҙгә ошо һөйөнөслө хәбәрҙе еткерҙе. Илинаны беләбеҙ, әллә ҡасандан уҡтан атыу менән шөғөлләнә, кемдер әйтер: ҡыҙ кешенең эшеме ни ул уҡ атышып йөрөү? Илина ятып ҡалғансы, атып ҡал тигән девиз менән йәшәгән һылыу, башҡа, ҡатын-ҡыҙ эшенә лә оҫта, уҡыуында ла алдынғы - әсәһенең шатлығы. Артабан да әсәйеңде ҡыуандырып, һөйөнөдөрөп кенә йәшәргә яҙһын һиңә, Илина. Ҡотлайбыҙ!