Унда районыбыҙҙың һигеҙ һылыуы һәм алты батыры үҙ ара көс һынашты. Конкурсанттарҙың һәммәһе лә матурҙар һәм батырҙар ине, әммә бәйге булғас еңеүсеһеҙ булмай. Шулай итеп, "Көйөргәҙе һылыуы -2017" исеменә Ҡотлоюл сибәре Розалина Ибраһимова лайыҡ булһа, "Көйөргәҙе батыры-2017" титулын Илкәнәй егете Радмир Араптанов яуланы. 1-се урынға Уңғарҙан Диана Әмәкәсова сыҡһа, 2-се һәм 3-сө урындарҙы Әлиә Килмәтова (Яңы Таймаҫ) менән Гөлназ Сәлтәшева (Яҡшымбәт) бүлеште. Яҙлау ҡыҙы Зинира Ғәббәсова районыбыҙҙағы ағинәйҙәр ойошмаһының, Лиана Рахманғолова (Кинйәбыҙ) районыбыҙ ҡоролтайы, Алһыу Мырҙағолова (Мәмбәтҡол) йәштәр ҡоролтайы, Илүзә Ниғмәтуллина (Абдул) йәштәр бүлегенең, ә 2-се урын яулаған Әлиә Килмәтова "Юшатыр", Диана Әмәкәсова (1-се урын) "Куюргаза" гәзитенең махсус бүләктәре һәм Почет грамоталары менән бүләкләнделәр. Батырҙар араһында 1-се урынды һәм йәштәр бүлегенең бүләген Динар Имәнғолов (Илкәнәй) алды. 2-се урынды Дамир Тимербаев (Кинйәбыҙ) менән Илкәнәйҙән йәштәр бүлегенең махсус бүләген алыусы Тимур Нуриев, ә 3-сө урынды Ҡаҙарма егете, "Куюргаза" гәзите бүләген алыусы Азат Ғәббәсов менән Яманһарынан "Юшатыр" гәзитенең бүләген яулаусы Айнур Түләгәнов бүлеште. Зал да шығырым тулы булды, көйәрәмәндәр ҙә егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы дәртләндереп торҙо.