Уңыштар һиңә, Айзилә!

Ҡайҙа матурлыҡ - шунда беҙ.

Уңыштар һиңә, Айзилә!Уңыштар һиңә, Айзилә!
Уңыштар һиңә, Айзилә!
Ир-ат түгел, ҡыҙҙар хаҡында һүҙ, әлбиттә. Ниндәйҙер матурлыҡҡа бәйле конкурс була икән (ул хатта Мәскәүҙә, Парижда үтһә лә), был бәйгелә мотлаҡ беҙҙең ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша. Быныһы тәбиғи, иң сибәр ҡыҙҙар ҡайҙа тыуып, ҡайҙа үҫә - беҙҙә.
Бына, сираттағыһы. Мисс Республика матурлыҡ конкурсы. Әллә нисә сибәркәй ҡатнаша был бәйгелә, улар араһынан Айзиләбеҙ шунда уҡ күҙгә ташланды, иң шәбе - ул. 
- Аҡмулла университетында өсөнсө курста уҡыйым, башҡорт, инглиз телдәрен өйрәнәм, вокал менән шөғөлләнәм, фотоға төшөргә һәм тәбиғәтте яратам, быға тиклем әллә нисә матурлыҡ бәйгеһендә еңгәнем булды, -ти үҙе Айзилә.
Конкурстың ярымфиналы 11 мартта, ә  финалы 4 апрелдә, Конгресс-Холда буласаҡ. 
Уңыштар һиңә, һылыу! 
Автор:
Читайте нас