Тик ыңғай тәьҫораттар алдым

- Миңә был конкурс бик оҡшай, элек-электән беҙҙең ауыл ҡыҙҙары ошо конкурста ҡатнашып, еңеү яулап килделәр, мин уларға ҡарап һоҡланып, үҫкәс мин дә мотлаҡ ҡатнашасаҡмын, тип уйлай инем. 

Тик ыңғай тәьҫораттар алдымТик ыңғай тәьҫораттар алдым
Тик ыңғай тәьҫораттар алдым

Конкурстан бик шәп, күңелле, тик ыңғай тәьҫораттар алдым. Конкурсҡа әҙерлек ваҡытында бик күп яңы танышыуҙар, күңелле аралашыуҙар булды, беҙҙең быуын йәштәренең шундай дәртле, талантлы булыуына шатландым, ғорурландым. Һәр конкурсант еңеүгә лайыҡ ине, шуға күрә, гран-при алырмын, тип уйламаған да инем, ләкин бар көсөмдө һалып, бөтә яҡтан да үҙемдең таланттарымды күрһәтергә тырыштым һәм "Көйөргәҙе Һылыуҡайы - 2024" исемен алыу минең өсөн бик шатлыҡлы мәл булды. Конкурста ҡатнашыуҙа һәм еңеү яулауҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәттәремде еткергем килә. Минең һәр теләгемде хуплап, бар яҡлап ярҙам итеп, мине ҡеүәтләп йөрөүсе атай-әсәйемә ҙур рәхмәт. Бейеү серҙәренә төшөндөргән, мине
конкурсҡа әҙерләшкән ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы Хәйбуллинаға ҙур рәхмәт. Иптәштәремде лә билдәләп үтмәй булмай, күмәкләп килеп, көслө алҡыштары менән миңә залдан көс, дәрт өҫтәп ултырҙылар...

Конкурсҡа бәйле барлыҡ материалдар гәзиттә донъя күрҙе. 

Автор:
Читайте нас