Өлгөр егет

Бер нисә йыл инде районыбыҙҙа “Подвиг” эҙәрмәндәр отряды уңышлы эшләй. 

Өлгөр егетӨлгөр егет
Өлгөр егет

Уның эшендә Яҡшымбәт егете Рәлиф Исхаҡов та теләп ҡатнаша. Ул ҡалалағы Республика политехник лицей-интернатының 8 Б класы уҡыусыһы. Рәлиф Ростов өлкәһенең Обливский районында уҙғарылған “Хәтер вахтаһы – 2023” экспедицияһында ҡатнашҡан.
- “Хәтер вахтаһы” – Бөйөк Ватан һуғышы барған яу яландарында ҡаҙыныу эштәре үткәреү экспедицияһы ул. Унда ҡатнашыу йәш быуында патриотик рух тәрбиәләүгә көслө тәьҫир итә. Быйыл да экспедицияла ҡатнашҡым килә, - ти Рәлиф Исхаҡов.
Тырыш егет бар яҡлап та өлгөрә, уның төрлө ярыштағы дипломдары, маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Ҡалала үткән “Көҙгө кросс”, “Млли кросс” ярыштарында ике йыл рәттән 1-се урындарҙы яулаған Яҡшымбәт егете. Киләсәктә лә Рәлифкә уңыштар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас