Саҡ ҡына ла шапыртмайбыҙ, ул әле училище булған заманда уҡ шулай ине, әле лә мәртәбәһен төшөрмәй эшләп ята. Йәш белгестәрҙе әҙерләй.
Бөгөн педколледжда осрашыу үтте. Төп маҡсат, билдәле, йәштәрҙе ауылға эшкә өндәү. Бигерәк тә, тренерҙар кәрәк, ғөмүмән, педагогтар кәрәк. Ауылға ҡайтһағыҙ, һеҙҙе майлы ҡалъя көтөп тора тип вәғәҙәләр бирмәнеләр, әммә ихтирам һәм иғтибарҙы вәғәҙәләнеләр. Йәштәр ишетте, өндәүҙе ҡабул иттеме? Быныһын улар Күмертау педагогия колледжын уҡып бөтөп, ҡулдарына диплом алғас белербеҙ.