Все новости

Һыбай саба егеттәр

Был ауылда ат йәнлеләр йәшәгәне лә бер кем өсөн дә сер түгел.

Һыбай саба егеттәр
Һыбай саба егеттәр

Тап ошо ауыл егеттәре һабантуйҙарҙа, хатта республикала үткән "Терра Башкирия" ярыштарында ла призлы урындар алып дан ҡаҙаналар. Шулай булмай ни, Ялсыҡай егеттәре үҙҙәрен белгәне бирле ат өҫтөнән төшмәй, үҙҙәре ат башы хәтле генә булһалар ҙа, ҡурҡыу белмәй йәш тайҙарҙы өйрәтеп алалар. Йәш тай өйрәткәндәр бының ниндәй ауыр һәм хәүефле хеҙмәт икәнен яҡшы аңлар.
Әле бына яҙғы каникулдарын түҙемһеҙләнеп көтөп алған класташ малайҙар (уларға хәҙер егет, тип өндәшкәндә лә була) Мәзитов Артур һәм Вахитов Илгиз, тап ошоноң менән шөғөлләнә. Күҙҙәренән осҡон сәсеп торған Ялсыҡай ауылы егеттәре, ҡолон сағынан йүгән кейҙереп, өйрәтеп, үҙҙәренә эйәләтеп үҫтергән малҡайҙарына атланып көн һайын ауыл урамдары буйлап елдертеп, сабып киләләр.

Мәҡәлә гәзиттә тулы вариантта баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: