Бындай осрашыуҙар бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле. Сөнки беҙ сығыш яһарға, фәнни эшебеҙҙе яҡларға, көтөлмәгән һорауҙарға тиҙ генә яуап табырға өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең иғтибарҙы төрлө мауыҡтырғыс күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре лә йәлеп итә.
Ошондай бәхетле мәлдәр бүләк иткәндәре өсөн гимназия коллективына һәм уҡытыусыларыбыҙ Гөлназ Флүр ҡыҙы Әҙеһәмова менән Оксана Викторовна Исмәғилеваға бик рәхмәтлебеҙ.
Зәминә ИСМӘҒИЛЕВА, V cиныф уҡыусыһы. Көйөргәҙе районы, Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы.