- Мин М.Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ла 5 кластан белем алам. Тәүге тәрбиәсебеҙ Эльмира Сабир ҡыҙы беҙҙе көрәш түңәрәге һәм тренерыбыҙ Әсхәт Шәрипов менән таныштырғандан алып мин көрәшкә теләп йөрөйөм.
Тренерым Әсхәт Әкрәм улы беҙҙе алға ынтылырға, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып ҡалмаҫҡа, үҙ маҡсатыңа өлгәшергә өйрәтә. Ул беҙҙә тик яҡшы сифаттар ғына тәрбиәләй. Быйыл мин Рәсәй беренселегендә үҙ ауырлыҡ категориямда икенсе урын яуланым. Был еңеүгә өлгәшеүемдә тренерымдың өлөшө бик ҙур. Ошо уңышымды күреп, юғары баһа биргән ҡала хакимиәте башлығы О. Ю. Астаховҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.