Яҡуп ауылы мәктәбендә лә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы матур һәм тантаналы шартта үткән. Унда быйыл 9-сы класты 1 генә уҡыусы тамамлай.
- Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн бөгөн иң иҫтәлекле көн. Ошо уңайҙан барыһын да ҡотлайым. Үҙебеҙҙең белем усағын тамамлаған Илнар Мырҙағолов егетебеҙгә уңыштар ғына юлдаш булһын. Ул Күмертау авиация техникумына уҡырға барырға йыйына. Илнарға алдына ҡуйған маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барып, киләсәктә яҡшы, белемле, илһөйәр кеше булыуын теләйем, – ти мәктәп директоры Самат Усман улы Туйгилдин.