БРГИ директоры кабинетында М. Рәхимов портреты эленеп тора, унда ошо әлеге һүҙҙәр ҙә яҙылған. Бабайҙың атаҡлы һүҙҙәре. Исемен йөрөткән уҡыу йорто был цитатаны үҙенең шиғары итеп алған тип уйланыҡ.
БРГИ-ла бөгөнгө тантананы тасуирлап бөтөр өсөн тел ҡеүәте етмәҫ. Барлығы 87 бала 9 класта уҡыуын тамамланы (ҡайһы берҙәре яратҡан гимназияһында уҡырға ҡала), 31 ун беренсене бөтөргән балаларға инде артабан ҡанаттарын, ошонда алған тәжрибә-белемгә таянып, елпергә тура киләсәк.
Саҡырылған ҡунаҡтарҙан Мәғариф, фән министрлығынан Вадим Рәхмәтуллин, М. Исҡужин прогимназияһы директоры Әнисә Түләгәнова (ул, маҡтап-маҡтап, Шайморат Тимребулатовҡа Грамота бирҙе, етмәһә, уның уҡыу йортон (прогимназияны) бөгөн генә бөткәндәрҙең иллеһе БРГИға киләм тип тора тип директорҙың күңелен күтәрҙе), Ватан хужалығы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов, беҙ ғәли йәнәптәр булдыҡ.
Матур теләктәр күп яңғыраны. Иң мөһиме, баяғы М. Рәхимовтың мираҫ итеп әйтеп ҡалдырғаны (эшләргә кәрәк) һәм, беҙҙеңсә, ошолайы ине:
- Ниндәй предметтан ниндәй билдә-баһа алһағыҙ ҙа, тормошоғоҙ уңышлы, тыныс булһын, яҙмыш баһаһы барыһынан мөһимерәк, ул һеҙгә гел бишле ҡуйһын.