Сөмбөл Бикмаева атҡаҙанған врач исеменә лайыҡ булды....

Сөмбөл - Яҡшымбәт ҡыҙы.

Сөмбөл Бикмаева атҡаҙанған врач исеменә лайыҡ булды....Сөмбөл Бикмаева атҡаҙанған врач исеменә лайыҡ булды....
Сөмбөл Бикмаева атҡаҙанған врач исеменә лайыҡ булды....
Ауылда үҫкән бала булһа ла, ул башҡалала белем ала - Р. Ғәрипов исемендәге гимназия-интернатында. Бик шәп ҡыҙ ул, шулай булмай, Яҡшымбәттеке лә ул!
Яңыраҡ Юлдаш радиоһында сығыш яһаған, әле генә беҙгә ошо турала, ҡыуанып, хәбәр итте. Сөмбөл быйыл 11 класты бөтә, бөгөн уның да, башҡа әллә күпме йәштәребеҙҙең кеүек, оло байрамы (саҡ ҡына һағыш та бар, әлбиттә), артабан уҡып, ҡыҙыбыҙ табип булырға хыяллана. 
Байрамдарың алдағы ғүмереңдә күп булһын, Сөмбөл, бер нисә йылдан, Алла бирһә, һинең турала беҙ шулай тип яҙырға булһын: Сөмбөл Салауат ҡыҙы юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға уҡып бөтөп, Фәлән район-ҡаланың дауаханаһына эшкә керҙе. Ә тағы бер нисә йылдан (уныһына байтаҡ ваҡыт үтерме икән), иҫән булһаҡ, былай тип яҙырбыҙ: Сөмбөл Бикмаева атҡаҙанған врач исеменә лайыҡ булды....
Автор:
Читайте нас