Йылы булһын киләсәк

Байтаҡ ҡына уҡыусы тамалаған икән быйыл М. Исҡужин исемендәге прогимназияны.

Йылы булһын киләсәкЙылы булһын киләсәк
Йылы булһын киләсәк
57 бала. Бөгөнгө заманда был һан шәп күренә, бигерәк тә беҙ башланғыс мәктәп тураһында һүҙ йөрөтһәк.
Көнө, үс иткәндәй, һалҡын, ә тантана тышта булды. Әммә өшөйөм, апай, тигән мыжыу бер бала ауыҙынан да ишетелмәне, йөҙҙәр ҡояштай балҡый, һөйләгәндә телдәре телгә йоҡмай, бейегәндә хәрәкәттәренә күҙ эйәрмәй. Уҡыусылар үҙҙәре һүҙ әйтте, йырланы, бейене, уҡытыусылар телмәр тотто. Ата-әсәләр рәхмәттәрен әйтеп туя алманы. 
Әнисә Түләгәнова иң ҡыуанған кеше булғандыр, директор ҡошсоҡтарынан ҡараштарын алманы ла ахры, барлыҡ уҡытыусылар, ата-әсәләрҙең дә, хәйер, иғтибары ошо балаларҙа - киләсәгегеҙ ҡошлы булһын, бөгөнгө кеүек һалҡын елдәр өшөтмәһен. 
Автор:
Читайте нас