Башҡортостандың иң яҡшы уҡыусыһы Ермолаевкала белем ала

Көйөргәҙе районы Ермолаевка коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы Илшат Әмиров, бар конкурсанттарҙы уҙып, Башҡортостандың иң яҡшы уҡыусыһы титулына эйә булған.

Башҡортостандың иң яҡшы уҡыусыһы Ермолаевкала белем алаБашҡортостандың иң яҡшы уҡыусыһы Ермолаевкала белем ала
Башҡортостандың иң яҡшы уҡыусыһы Ермолаевкала белем ала

Республика конкурсында 24 коррекция мәктәбе һәм мәктәп-интернатынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар ҡатнашҡан. Өс этапта ойошторолған сараның финалы Стәрлетамаҡта үткән.

Илшат Күгәрсен районынан. "Өйҙә каникулда һәм ялдарҙа ғына булам. Ермолаевка мәктәбендә яңы дуҫтар таптым, күп нәмәгә өйрәндем. Тарих фәнен яратам, робототехника менән мауығам", - ти үҫмер.

Конкурста Илшат төрлө фәндәрҙән төплө белемен, спорт буйынса яҡшы әҙерлеген күрһәткән, хатта, ҡул эштәре ярышында салфетка бәйләү оҫталығы менән жюриҙы хайран иткән.

Яратҡан мәктәбенә, дуҫтары эргәһенә күп бүләктәр һәм тәьҫораттар менән ҡайтҡан ул. Киләсәктә лә тик алға ынтылып йәшәргә, уңыштар яуларға хыяллана үҫмер.

телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы 

Автор:
Читайте нас