Йөрәк шәберәк тибә

Мәктәп балалары каникулда, рәхәтләнеп, ял итә.

Йөрәк шәберәк тибәЙөрәк шәберәк тибә
Йөрәк шәберәк тибә
Ә улар, киреһенсә, уҡыуҙа. Йәйге сессиялары етте, отпускта булғандарға, диңгеҙ буйына киткәндәргә, китмәгән хәлдә лә, ялан-туғай, йылға-күл буйҙарында ял иткәндәргә саҡ ҡына көнләшеп ҡарап ултыралар. 
Беҙҙең егет-ҡыҙҙар, ҡайһы берҙәре олатай йәшендә булһалар ҙа, белем алалар. Әллә нисә сибәр ҡыҙ араһында бер генә егет, өрмәгән ергә ултыртмай йөрөтәләрҙер уны тип, үҙебеҙ уҡыған саҡтар ҙа иҫкә төшөп китте. Бындай мөхиттә уҡыған һайын уҡығы килә, йөрәк йышыраҡ тибә, күңел йәшәрә. 
Барлыҡ имтихандарығыҙҙы һәйбәт тапшырып, йәшәү көсө, дәрт алып ҡайтырға булһын, егеттәр-ҡыҙҙар, апай-абзыйҙар. 
Автор:
Читайте нас