Юҡ. Рәмис күҙен дә йоммай, ауыҙ тултырып шулай тине:
- Үҫкәс, космонавт булам!
- Кит әле.... Ниңә улай?
- Әллә, шулай хәл иттем.
Быйыл беренсе класҡа ғына бара Рәмис, әммә зиһене урта мәктәпте тамамлаған егет тиерһең.
- Күҙ алдыңа килтер, Алла бирһә, космосҡа осоп, йөрөп ҡайтырһың, һине Мәскәү буйлап лимузинда йөрөтөрҙәр, гәрсә халыҡ урамда ҡаршы алып, ҡул болғап торор, Путин, ҡулыңды ҡыҫып:
- Маладис, Рәмис Альбертович, - тип, Герой исеме бирер.
Аҙаҡ Яңы Морапталға ҡайтып төшөрһөң, бында ла ҙурҙан ҡубып, ҡаршы алырҙар, колхоз ат бүләк итер...
Малай ҡыҙыҡһынып тыңлай, тормошонда, ысынлап та, ошондай хәлдәр булырына ышана ла ахры.
Беҙ ҙә ышанабыҙ, бик теремек малай, булыр бынан.