+22 °С
Ямғыр
Араларында ел ҡыуып йөрөгәндәре аҙ, маҡсатлы, тырыштар.
Бөгөн тап шундайҙарҙы ҡала хакимиәтендә бүләкләнеләр. Бик күп егет-ҡыҙҙарыбыҙ грамоталар, рәхмәт хаттары алды. Әлбиттә, ошо йәштәрҙе тәрбиәләгән апайҙарын да онотмағандар, уларҙы ла ҡала башлығы Олег Астахов маҡтап үтте.
Башҡа яҡты уйҙар килде: бындай йәштәребеҙ булғанда, киләсәгебеҙ ҙә насар булмаҫ, иң мөһиме, илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен.