Все новости

Поехали!

Бөгөн улар Гагариндың атаҡлы һүҙҙәрен ҡабатлай.

Поехали!
Поехали!
Ҡала майҙанында был мөһим сараға әҙерлек әллә ҡасан башланды, һауа торошон белделәр, әммә артҡа сигенмәнеләр: таш яуһа ла буласаҡ Сығарылыш кисәһе! Ҡала башлығы күктәр мине тыңлар булһа, яҡты, йылы көн һорап, бубен тотоп, Күмертауҙы әллә нисә әйләнер инем тине теге саҡ. Олег Анатольевич, бәлки, уға буйһонғандарҙы тыңлата алалыр, әммә күктәр уға әлегә буйһонмай.
Ҡыҫҡаһы, бына тора улар, беҙҙең киләсәк, беҙҙең ышаныс, өмөттәр.
Юрий Алексеевич һүҙҙәре һеҙҙең бөгөнгө девизығыҙ, ғүмер девизығыҙға ла әүерелһен ине, ни булһа ла туҡтап ҡалмаҫҡа, күңелде төшөрмәҫкә, алға, яңы үрҙәр яулап, барырға ла барырға. 
Бәхетле булығыҙ, йәштәр! 
Автор:
Читайте нас: