Все новости

«Һинең сәләмәтлегең – һинең тәрилкәлә»

Анна Кравчук еңеүсе тип танылған.

«Һинең сәләмәтлегең – һинең тәрилкәлә»
«Һинең сәләмәтлегең – һинең тәрилкәлә»

Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙа сәләмәт туҡланыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм дөрөҫ туҡланыу аша һаулыҡтарын һаҡлау маҡсатында Башҡортостан республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығы юғары класс уҡыусылары араһында «Һинең сәләмәтлегең – һинең тәрилкәлә» республика сәләмәт туҡланыу рецептары конкурсын ойошторҙо һәм ул бик ҡыҙыҡлы үтте.
Ҡалабыҙҙың Н.Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы Анна Кравчук, муниципаль этапта ике номинацияла еңеүсе тип танылды һәм республика этабында "Иң яҡшы иртәнге аш» номинацияһында призеры булды. Аннаны ҡотлайбыҙ һәм уға артабан да тик еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ! 

Айгөл ҒӘЗИЗОВА, Күмертау ҡалаһы

Автор:
Читайте нас: