Все новости

Ике улым - ике ҡанатым

Хызыр Ильяс юлдаш булhын улыма! 

Ике улым - ике ҡанатым
Ике улым - ике ҡанатым

Былтыр июнь айында Арсен Дәминовтың әрме сафына алыныуы хаҡында яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә Арсеныбыҙ ил алдындағы үҙ бурысын лайыҡлы үтәп, тыуған яғына ҡайтыуы барыһын да ҡыуандырҙы.
- Улым Арсен Румил улы Борзя ҡалаhында мотоуҡсылар ғәскәренә эләкте, бер йыл хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан Брянскта сиктә торҙо. Аллаға шөкөр, ул кесе сержант булып, миҙалға лайыҡ булып ҡайтты. Улымдың хеҙмәтен тултырып ҡайтыуына сикhез шатмын! Уға яҡты, бәхетле киләсәк, булған барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем!
Арсенымды ҡаршы алып ҡыуанып йөрөгәндә, 27 июндә, икенсе улым Дәминов Радмирымды ла әрме сафына оҙаттым. Ул да абзыһы кеүек матур хеҙмәт итеп ҡайтыр, тип ышанам. Уға ныҡлы hаулыҡ, көс, хеҙмәт ҡыйынлыҡтарына бирешмәй, иҫән-һау ҡайтыуын теләп, көтөп ҡалам! Хызыр Ильяс юлдаш булhын улыма, - ти баһадирҙарҙың әсәһе Гөлназ Дәминова.

Автор:
Читайте нас: