Все новости

"Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ"

- Мин килен булып төшкәндә бәләкәй генә булып, эргәмдә еңгә лә еңгә, тип йүгереп йөрөгән ҡәйнешем дә үҫеп, Ватанды һаҡларлыҡ егет булды. 

"Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ"
"Түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ"

Ҡәйнешем Илфат Биҡҡузин Мәләүез күп профилле профессиональ колледжында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, дипломын яҡлап, 21 июнь көнө дипломын ҡулына алып та өлгөрмәй әрме сафтарына юлланды. Көйөргәҙе ауылында йәшәүсе ҡайным Илшат Рамазан улы һәм ҡәйнәм Әлфиә Басир ҡыҙы өс улына лайыҡлы тәрбиә биреп, ысын ир-егет итеп үҫтерҙеләр. Улдары Илнур һәм Айнур ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәп ҡайттылар, Айнур ҡәйнеш бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла йөрөй, бына хәҙер төпсөк улдары Илфаттың да хеҙмәт итергә сираты етте. Тормош иптәшем Илнур вахтала ине..

Мәҡәлә үткән һанда гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас: