Все новости

Бала саҡтай татлы мәл генә

Әҙилә ХАРИСОВА, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты сығарылыш уҡыусыһы, алтын миҙалсы:

Бала саҡтай татлы мәл генә
Бала саҡтай татлы мәл генә

- Ҡәҙерле уҡытыусыларыма, тәрбиәселәремә ысын күңелемдән һәм йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәремде белдерәм! Беҙҙең елбәҙәк баштарыбыҙға ниндәй юлдар менән булһа ла белем һалырға ынтылыуыуҙарына, беҙҙең өсөн көйөп-янып йәшәүеҙәре, сабырлыҡтары, тырышлыҡтары өсөн уларға мең-мең рәхмәт.
Беҙҙең байрамыбыҙ, күптән көтөп алған көнөбөҙ - ҡулыбыҙға өлгөргәнлек аттестаты алыу. Өлгөргәнлек – ул беҙҙең алда торған төрлө тормош һынауҙарына әҙер, сыҙамлы һәм тәүәккәл, белемле һәм ныҡышмалы булыуыбыҙҙы аңлата. Ә алда беҙҙе тағы ла яңы асыштар, белем үрҙәре көтә. Оло рәхмәтемде шиғыр юлдары менән еткергем килә.
Алған белем етер ғүмерлеккә,
Хәтирәләр ҡалыр мәңгегә,
Мәктәбемдә үткән матур йылдар
Бала саҡтай татлы мәл генә.
Минең таянысым ата-әсәйемә ҙур рәхмәт. Улар миңә һәр ваҡыт дөрөҫ кәңәштәр бирҙеләр, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам иттеләр. Уларҙың ышанысын аҡларға тырышасаҡмын.

"Һуңғы ҡыңғырау"ға арналған мәҡәләләр гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: