Все новости

Әсәһенең ғорурлығы

Зәк-Ишмәт ауылында алты ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән бик күркәм ғаилә бар.

Әсәһенең ғорурлығы
Әсәһенең ғорурлығы

Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе. Люция апайыбыҙ тормош һынауҙарына бирешмәй, иптәшен иртә юғалтһа ла, алты ҡыҙына лайыҡлы тәрбиә, юғары белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙы. Ошо көндәрҙә иң кескәй ҡошсоғо - Аделинаһы ла юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, әсәһен, апайҙарын ҡыуандырҙы.
Йәштәр беҙҙең киләсәк, тип яҙабыҙ йыш ҡына, йәштәребеҙ менән ғорурланып. Ғорурланмаҫлыҡ түгел шул, йәштәребеҙ ҡайҙа йөрөһәләр ҙә һынатмайҙар, уҡып та, эшләп тә, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашып өлгөрәләр, районыбыҙ, ҡалабыҙ данын арттырырға тырышалар. Аделина Ишмөхәмәтова ла тап шундай йәштәр рәтенә инә. Ул 2019 йылда БДИ-ны уңышлы тапшырып Өфө Дәүләт тау- һәм нефть университетына уҡырға инә, әүҙем ҡыҙҙы шунда уҡ төркөмдөң старостаһы итеп һайлап ҡуялар. Биш йыл дауамында тырышып уҡый, уҡыу менән берлектә эшләп тә өлгөрә Аделина. ӨДНТУ-ны тамамлаусының алтын статусына ла лайыҡ була һәм ҡулына ҡыҙыл диплом алып ҡыуана.
Афарин, Аделина, әсәйеңдең, биш апайыңдың ғорурлығы һин. Һине юғары уҡыу йортон уңышлы таммлауың менән ихлас ҡотлайбыҙ, артабан үҙ юлыңды табып, тағы юғарыраҡ бейеклектәр яуларһың, тип ышанабыҙ.

Автор:
Читайте нас: