Все новости

Киләсәк беҙҙән тора

«Аҫылташ» йәштәр мәғариф форумында мин беренсе тапҡыр ҡатнаштым.

Киләсәк беҙҙән тора
Киләсәк беҙҙән тора

1500 ғаризалар араһынан 450 иң талантлы, әүҙем тормош алып барған, шәп йәштәрҙе һайлап алдылар. Форум бөтә яҡтан да бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте. Халҡыбыҙҙың һәм Республикабыҙҙың киләсәге йәштәрҙең ниндәй булыуынан тора. Йолаларҙы онотмау, онотолғандарын тергеҙеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, Республика йәштәрен бергә туплап, берҙәмлеккә йәлеп итеү - был форумда иң төп маҡсат булып торҙо. Форумдан мин бик бай тәьҫораттар менән, үҙемә рух һәм дәрт алып, киләсәккә яҡты уйҙар, яңы идеялар менән ҡайттым.

Айгизә БИКМАЕВА, Яңы Юл ауылы. 

Автор:
Читайте нас: