Әле лә шулайыраҡ булды. Ульяна менән Аликты - ике сабыйҙы - Йәмәғәт палатаһы, бүләктәрен биреп, шатландырҙы.
Бындайҙан балалар әллә кем - йөҙҙәренән йылмайыу китмәне.
Барлыҡ әлеге йыйылышта яңғыраған проблемалар: төҙөлөп бөтә белмәгән бассейн, мәңге яҡшырмаҫ юлдар, бер врачтың дорфа ҡыланышы... бөтәһе лә ошо балалар бәхетле булһын өсөн һорала түгелме ни? Быныһын күптәр аңланы, буғай.
Һәйбәт уҡығыҙ, ҙур кеше булып сығығыҙ, Ульяна, Алик. Беҙҙән аҡыллыраҡ булығыҙ, ул саҡта бассейн да ваҡытында төҙөлөр, юлдар ҙа яҡшыраҡ, врачтар ҙа яғымлы булыр.