-6 °С
Облачно
Бындай көндө (байрам бит!) кеше кафе-ресторан, бик булмаһа, йорто ишеге алдында (ҡояш сыҡты, ниһайәт) табын артында, ашап-эсеп, иркәләнеп, йырлап, бүләктәр ҡабул итеп ултырыр ине.
Ә Илназ Вахитов... Баҡсаһын тапай. Үҙе сәсеп, үҙе үҫтергән ҡабаҡтары, картуфтары янында йөрөй (әллә серҙәрен дә һөйләй уларға?).
Шаярмай әйткәндә, егетебеҙ бәхетле - тыуған ер буйлап, ныҡлап баҫып, ысын ауыл егете булып йәшәй, нимәгә уға ҡыйбатлы бүләктәр, кафеһы-бутиктары?
Тыуған көнөң менән, Илназ, бәхетең үҙең үҫтергән ошо ҡабаҡтар һымаҡ ҙуууууур булһын!