Ошо ҡатмарлыҡтарҙы йырып сығыу өсөн йыш ҡына белгестәргә, юристарға, күсемһеҙ милек һатыу менән шөғөлләнеүсе агенттарға мөрәжәғәт итергә тура килә.
Белгестең ышаныслы, үҙ эшенең оҫтаһы булыуы мөһим. Фаягөл Ғәзимова тап шундай белгестәрҙең береһе, тиһәк хата булмаҫ. Көләс йөҙлө, клиенттары менән ихлас аралашҡан, шәп, башҡорт риелторын ҡалабыҙҙа бик күптәр белә. Ошо айҙа Фаягөл Ғәзимова күсемһеҙ миллек һатыу буйынса рекорд ҡуйып, "Иң шәп риелтор" исемен яулаған, уны еңеүе менән ихлас ҡотлап, был эштең ауырлыҡтары, нескәлектәре менән танышып үтергә булдыҡ.
- Был өлкәгә эшкә килгәнсе үҙемде ҡайҙа ғына һынап ҡараманым, инде ике йылдан ашыу риелтор булып эшләйем. Эшем шул тиклем оҡшай, бөтә күңелемде биреп, тырышып эшләйем. Күсмә миллек алырға, йәки һатырғап теләүселәргә ярҙам итәм, шулай уҡ һатырға әҙерлек этабында ла ярҙамға киләм, миҫал өсөн документ эштәрен тәртипкә килтерешәм һәм башҡаһы. Клиенттар менән уларҙың бюджетына, теләктәренә ҡарап фатирҙар эҙләйбеҙ, тапҡас инде, эштең башынан аҙағына тиклем уларҙы оҙата киләм. Был эштең иң оҡшаған мәле, клиенттарымдың ҡулына асҡыс тапшырыу. Уларҙың ошо мәлдәге шатлыҡлы йөҙҙәрен күреп, эшемдең ысынлап та кешеләргә бәхет, ҡыуаныс, шатлыҡ алып килеүенә инанам.
Әңгәмә тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.