Кемдең уйына килгәндер был, уҡтан атыу бәйгеһенә ошолай итеп, ошо "йәнлектәрҙе" саҡырып, йәм өҫтәргә. Был кейемдәрҙә йөрөгән кешеләр (балалар булған икән) әле береһен барып ҡосаҡлай, әле икенсеһен, улар менән фотоға төшәм тигәндәрҙән сират теҙелеп китте, ирмәк кенә күренеш булды был.
Береһе килеп ҡосаҡлағас, кем булды әле быныһы, ҡыҙмы, малаймы тип аптыраштыҡ. Маска артында кем йәшенгәнен белеп булмай.
- Яңы Таймаҫ мәктәбе уҡыусылары, - тинеләр.
Әйтәм, ҡосағы үтә яҡын, туғандарса тойолдо. Таймаҫ - йәшлектең матур бер өлөшө.
Был гимназияла элек тә эскерһеҙ, ихлас балалар уҡый ине, әле лә шулай, тимәк.
- 100 самаһы ғына бала ҡалды...
Киләсәге булһын ине был уҡыу йортоноң, оҙаҡ йылдар эшләһен дә эшләһен, юғиһә, тормошобоҙ айыу, ҡуян, тейен, Губка Бобтарһыҙ бик күңелһеҙ булыр.