Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия- интернатының 5 Б класы уҡыусылары Ләйсән Вәкил ҡыҙы һәм Рәфис Рим улы етәкселегендә 11 октябрҙә, Өфө ҡалаһының Совет майҙанында парадта ҡатнашты. Республика көнөнә арналған байрам саралары сиктәрендә Баш ҡалабыҙҙа Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М. М. Шайморатов исемен йөрөткән класс уҡыусыларын шайморатовсылар рәтенә алыу тантанаһы үтте. Йәш шайморатовсылар артты!
Бөтә Башҡортостандан 500-гә яҡын мәктәп уҡыусылары шайморатовсылар антын бирҙе һәм үҙ халҡына тоғро булырға, лайыҡлы уҡырға һәм Ватанға хеҙмәт итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Байраҡтар тапшырылғас, уҡыусылар үҙҙәренең гимнын - "Шайморатов-генерал" йырын башҡарҙы.
Сара яңы сафҡа баҫҡан шайморатовсыларҙың тантаналы маршы менән тамамланды.
3 көн буйы Өфөлә сәйәхәттә күҙ ҡараһылай балаларыбыҙҙы ҡурсалап йөрөткән хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ һәм әсәй - Алина Азат ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Уҡыусылар шайморатовсылар антына тоғро булып, тырышып уҡырҙар, ил-телһөйәр батыр егеттәр һәм уңған ҡыҙҙар булып үҫеп етерҙәр, тип ышанабыҙ! Беҙ, ата-әсәйҙәр, балаларыбыҙ өсөн бик шатбыҙ,улар менән ғорурланабыҙ.
Хөрмәт менән 5Б класы ата-әсәләре.